Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ғинуар 2022, 13:59

Илгиз КӘРИМОВ

Бөгөн Яҙыусы, тәржемәсе Илгиз Мостафа улы Кәримовтың тыуыуына 80 йыл.

Илгиз КӘРИМОВ
Илгиз КӘРИМОВ

Яҙыусы, тәржемәсе Илгиз Мостафа улы Кәримов 1942 йылдың 10 ғинуарында Шишмә районы Келәш ауылында тыуған.

1967 йылда Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. 1977 йылға тиклем “Литературная Россия” гәзитендә эшләй. Шул уҡ ваҡытта 1972 йылдан башлап СССР-ҙың телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында эшләй. 1973 йылда “Йәш коммунист” журналының бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә. 1997-2005 йылдарҙа – “Оракул” журналы хеҙмәткәре.

Илгиз Мостафа улы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бөтә проза әҫәрҙәрен, драмаларын, көндәлектәрен һәм иҫтәлектәрен рус теленә тәржемәләй. Шулай уҡ Әхиәр Хәкимовтың романдарын, Шакир Янбаевтың, Таһир Таһировтың повесть, хикәйәләрен, Назар Нәжмиҙең, Әсғәт Мирзаһитовтың пьесаларын Рәсәй уҡыусыларына еткерә. Бынан тыш, бик күп үзбәк, ҡабарҙа, балҡар, татар, сыуаш һәм башҡа милләт яҙыусыларының әҫәрҙәрен дә рус теленә тәржемә итә.

Ул Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороу эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша.

Илгиз Кәримов 2019 йылдың 15 мартында Мәскәү ҡалаһында вафат була.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: