Рәсәй Президенты Владимир Путин Яңы йыл айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа ҡотлау ебәрҙе. Унда ошондай тәбрикләү һүҙҙәре әйтелгән:
“Хөрмәтле Радий Фәрит улы!
Ихлас йөрәктән Яңы йыл менән ҡотлауыбыҙҙы ҡабул итегеҙ.
Бөтәһе лә яратҡан был күркәм байрам менән изге ғаилә йолалары, йорт йылыһының һәм уңайлығының алыштырғыһыҙ мөхите, изге теләктәрҙең тормошҡа ашырына ихлас ышаныс бәйле.
Һеҙҙең өсөн Яңы тыуған йыл уңышлы килһен, ә янығыҙҙа туғандарығыҙ һәм тоғро, ышаныслы дуҫтарығыҙ булһын.
Һаулыҡ һәм иң изге теләктәр теләйем.
Владимир Путин”.
***
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин да ҡотлау ебәрҙе.
“Хөрмәтле Радий Фәрит улы!
Яңы йыл менән ихлас ҡотлауымды ҡабул итегеҙ.
Был матур байрам бөтә быуындарҙы ла берләштерә, шатлыҡ, аралашыу йылылығын бүләк итә, яңы кәйеф тыуҙыра. Беҙ уны үҙенә генә хас хистәр һәм ышаныс менән ҡаршылайбыҙ, яҡшы үҙгәрештәр көтәбеҙ.
Уҙып барған йыл ҡуйған һынауҙар беҙҙе тағы ла нығыраҡ тупланы, бергә барлыҡ мәсьәләләрҙе лә еңеп сығыуға ышанысты нығытырбыҙ. Киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ, киләһе йылда 365 көнөбөҙҙө лә бағышлаясаҡ яңы эштәргә һәм башланғыстарға әҙербеҙ.
Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ысын йөрәктән ныҡлы һаулыҡ теләйем. 2022 йыл далан һәм уңыш алып килһен, тыныс һәм имен булһын.
Михаил Мишустин”.
***
“Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе, илдең Именлек Советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведевтан ҡотлау килгән. Унда ошондай һүҙҙәр бар:
“Хөрмәтле Радий Фәрит улы!
Яңы йыл айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайым.
Тиҙҙән 2021 йыл тарихҡа китә. Уның менән хушлашҡанда, яңы тыуған йыл һәр беребеҙ һәм илебеҙ өсөн бәхетле булыр, тип ышынабыҙ. Беҙҙең пландар һәм өмөттәр Рәсәй именлегенә, уның көслө булыуы һәм сәскә атыуы хаҡына хеҙмәт итергә ынтылыштан айырылғыһыҙ.
Яңы йылда Һеҙгә ихлас күңелдән уңыш теләйем. Барлыҡ хыялдарығыҙ ғәмәлгә ашһын, ә изге эштәрегеҙ уңышлы тамамланһын. Һеҙҙең йортта күңел тыныслығы һәм килешеүсәнлек хөкөм итһен. Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға мөхәббәт һәм бәхет, һаулыҡ һәм именлек насип итһен.
Дмитрий Медведев”.
Фото: Башҡортостан Башлығының рәсми сайтынан.