Уның һүҙҙәренсә, һуғыш балалары темаһы бер нисә йыл тикшерелде. Һуғыштан һуңғы йылдарҙағы ауырлыҡтар, аслыҡ-яланғаслыҡ ошо категорияға ҡараған кешеләрҙең яҙмышына төшкәнен аңланыҡ.
«20 йәшлек егет һуғыштан ҡайтҡан, уның «Батырлыҡ өсөн» йәки «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалдары бар, ә эргәһендә һуғышта булмаған, ләкин уның бөтә михнәтен татыған 18 йәшлек егет. Береһенә хөрмәт, төрлө ярҙам күрһәтелә, ә икенсеһенә бер нәмә лә юҡ, ә бит ул ғүмере буйына тир түккән, ас ултырған, ата-әсәһен юғалтҡан. Дәүләттең ошо таныҡлыҡ менән уларҙың статусын таныуы бик мөһим ине. Бындай ҡарарҙы иртәрәк ҡабул итергә кәрәк булған, улар бик аҙ ҡалып бара. Беҙ яҡшы һәм изге эш башҡарҙыҡ тип уйлайым», — тине Радий Хәбиров.