«Ундай нәмә юҡ. Ләкин, йәнә ҡабатлайым, бының нисек булырын фаразламай торайыҡ. 2020 йылды хәтергә төшөрәйек, беҙ бит был – иң ауыр йыл, бына ул – ҡара һыҙат тип уйлағайныҡ. 2021 йылда был аҡ һыҙат булған икән, тинек, мәрхүмдәр күберәк булһа ла», – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Ғаиләгеҙҙә антиваксерҙар бармы тигән һорауға, әлбиттә, ғаиләлә юҡ, тип белдерҙе Радий Хәбиров.
«Ғаиләмдә минең яҡлылар, мин «кәрәк» тип әйтәм икән, улар бара, – тине ул. – Ә был кешеләр, әйҙәгеҙ уларҙы үпкәләтмәйек, бер ҙә антиваксер түгел. Антиваксер, минең аңлауымса, вакцинация темаһында иғтибар йәлеп итергә тырышҡан кеше ул. Шул ғына. Һәр ваҡыт бер ниндәй шау-шыуһыҙ вакцина эшләткәндәргә түгел, ә прививка яһатмайым тип йөрөгәндәргә иғтибар итәләр. Прививка яһатмағандарҙың сәбәптәре төрлө, күпселеге үҙ һаулығы өсөн борсола, уларҙың быға нигеҙе бар. Шуға күрә беҙгә уларҙы яйлап ҡына күндерергә кәрәк».