«Халыҡтың һеҙҙең хаҡта нимә һөйләгәндәренә ҡолаҡ һалығыҙ һәм үҙегеҙгә проблемалар тыуҙырмағыҙ тигән теләгемде белдерҙем», – тине Радий Хәбиров.
Иҫке йылды оҙатыу традицияларын үтәү, коллектив менән осрашып, йомғаҡ яһау теләген аңлайым, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
«Илдә Яңы йылды артыҡ шаштырып билдәләгән осраҡтар ҙа булды, ә эргәлә байрам өҫтәленә торт та һатып ала алмаған кешеләр бар ине. Бындай осраҡтарҙа, эйе, яза бирелер», – тине Радий Хәбиров.