Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Декабрь 2021, 11:31

Радий Хәбиров Владимир Путинға һорау биргән БСТ журналисын маҡтаны

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҙур матбуғат конференцияһында президент Владимир Путинға һорау биргән журналисты билдәләне.

Радий Хәбиров Владимир Путинға һорау биргән БСТ журналисын маҡтаны
Радий Хәбиров Владимир Путинға һорау биргән БСТ журналисын маҡтаны

«Мин Гөлназды ҡосаҡлап, «Афарин!» тип әйтер инем. Әгәр бөтә кешеләр ҙә республикабыҙҙы шулай яратһа, уға уңыштар теләһә, бик яҡшы булыр ине. Шәп һорау. Шунан һуң мин хоккейҙа булдым, Владимир Путин беҙҙең хоккей клубына биргән баһанан һуң, ысынлап та, еңелергә ярамай ине. Ғөмүмән, йәш журналистарға шуны әйтергә теләйем: Президент интервью биргәндә контексты аңларға кәрәк. Хәҙер илгә һәм дәүләт башлығына көслө баҫым яһала. Ҡасан да булһа журналисыбыҙ: «Владимир Владимирович, эшегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ, башҡорттар, Башҡортостанда йәшәүселәр һәр саҡ һеҙҙең яҡлы, һеҙгә һәр саҡ ярҙам итербеҙ һәм беҙ һәр саҡ Рәсәй терәге булдыҡ, бар һәм булырбыҙ», тип әйтер тип уйлайым», — тине Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 23 декабрҙә Рәсәй Президенты менән ҙур матбуғат конференцияһында БСТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина 2024 йылда баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейын билдәләүҙе финанслау, шулай уҡ Өфөлә хоккей буйынса донъя чемпионатын ҡабул итеү мөмкинлеге тураһында һораны.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: