Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Декабрь 2021, 11:37

Радий Хәбиров Башҡортостанда яңы ковид-госпиталдәр төҙөү хаҡында: «Улар эшләр»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йыл йомғаҡтарына арналған ҙур интервьюһы ваҡытында Сибайҙа һәм Туймазыла ике яңы ковид-госпиталь төҙөүҙең маҡсатҡа ярашлылығы тураһында һорауға яуап бирҙе.

Радий Хәбиров Башҡортостанда яңы ковид-госпиталдәр төҙөү хаҡында: «Улар эшләр»
Радий Хәбиров Башҡортостанда яңы ковид-госпиталдәр төҙөү хаҡында: «Улар эшләр»

«Нисек кенә теләмәһәк тә, ошо ковид госпиталдәрҙә халыҡты коронавирустан дауалау дауам итеренә ишаралай. Госпиталдәр тиҙ төҙөлә, ковид бөтһә лә, Сибайҙа һәм Туймазыла йылы, яҡшы медицина ҡорамалдары булған күп профилле дауаханалар булыр», — тип билдәләне республика етәксеһе.

Уның һүҙҙәренсә, тәүҙә Стәрлетамаҡта госпиталь төҙөү кәрәклегенә ҙур шик менән ҡарағандар. Хәҙерге көндә ошо проект буйынса илдең бер нисә төбәгендә ковид-госпиталдәр төҙөлә.

«Ләкин ваҡыт ул саҡта дөрөҫ эшләгәнебеҙҙе күрһәтте. Бер мәл хатта Стәрлетамаҡ һәм Зубов госпиталдәре лә көсөргәнешле эшләне. Республиканың 32 медицина учреждениеһы ковид-госпиталдәр асырға мәжбүр булды», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: