Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Декабрь 2021, 11:34

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Татарстан президентына мөнәсәбәте хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 28 декабрҙә ҙур интервьюһы ваҡытында журналистарға күрше Татарстан президенты менән мөнәсәбәттәре тураһында һөйләне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Татарстан президентына мөнәсәбәте хаҡында һөйләне
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Татарстан президентына мөнәсәбәте хаҡында һөйләне

«Рөстәм Миңлеханов — көслө һәм оҫта республика етәксеһе. Беҙҙе яҡшы һәм дуҫтарса мөнәсәбәттәр бәйләй.

Был мөһим, был үҙенән-үҙе барлыҡҡа килде, минең яҡтан да, уның яғынан да — бер-беребеҙгә ихтирам, хәлде аңлау. Минеңсә, был бик мөһим, шуға күрә беҙҙең хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлек бар», — тине Радий Хәбиров.

Көслө күршеләрҙең әһәмиәтен аңлау зарур, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

«Әйткәндәй, мин Татарстанды ғына күҙ уңында тотмайым. Беҙгә Свердловск өлкәһенә лә ҡарарға, улар менән әүҙемерәк эшләргә кәрәк», — тип билдәләне республика етәксеһе.

"Башинформ" хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Башлығы көслө күршеләр хаҡында былай тине: тренеры уны һәр ваҡыт икенсе категорияға ҡараған спортсылар менән көрәштергән икән. Ул саҡта тренер быны, нимәгәлер өлгәшеү өсөн үҙеңдән көслөрәктәр менән ярышырға, көрәшергә кәрәк, тип аңлатҡан.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: