2022 йыл Башҡортостанда Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров 28 декабрҙә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
«WorldSkills конкурсын лайыҡлы үткәрҙек, унда беҙҙең команда шәп сығыш яһаны, шунан һуң беҙ һөнәри белем биреү системаһы менән нығыраҡ эшләү кәрәклегенә иғтибар иттек. Беҙҙә 96 колледж бар. Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу тураһында яҡшылап уйларға кәрәк. Хәҙер Рәсәй Хөкүмәте менән Өфөлә профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү буйынса федераль үҙәк асыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Бының өсөн ярҙам алырбыҙ тип ышанам. Урта махсус уҡыу йорттары ятаҡтарында ла яҡшы шарттар булдырырға, әммә тәү сиратта уҡытыу-производство базаһын яңыртырға кәрәк», – тине Радий Хәбиров.