Ошо һәм башҡа бурыстар киләһе йылда республика өсөн өҫтөнлөклө булырға тейеш, тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә.
Коронавирус инфекцияһы менән көрәш тураһында һөйләгәндә, Радий Хәбиров был мәсьәләлә «...беҙ уяу булырға, һәр үҙгәрештәргә иғтибар итергә тейешбеҙ» тип әйтте.
«Төп бурыс — үлемде кәметеү, һуңғы ике йылда был күрһәткес арта бара», — тип билдәләне ул.
Һаулыҡ һаҡлау системаһын артабан модернизациялау был мәсьәләне хәл итеү юлдарының береһе булып тора.
Иҡтисад өлкәһендә республика Хөкүмәтенә эш хаҡын күтәреү мәсьәләһе менән шөғөлләнергә, ауыр хәлдә ҡалған предприятиеларға ярҙам итергә кәрәк. Бынан тыш, кластерҙарҙы үҫтереүгә, технопарктар ойоштороуға, республикаға инвесторҙар йәлеп итеү өсөн яңы инструменттар булдырыуға һәм башҡа мәсьәләләргә етди иғтибар бүлеү мөһим.
Сығанаҡ: Башинформ