ТАМУҠ УТЫ
Яңы ғына вафат булып, йәне күккә олғашҡан кешегә берәү тап була.
– Ҡайҙан киләһең? – тип һорай унан яңы вафат булған кеше.
– Тамуҡтан... – ти тегенеһе.
– Унда нимә ҡалған һиңә? – тип ғәжәпләнә был.
– Мейестә ут һүнде, уны тоҡандырырға ҡуҙ һорағайным...
– Алдыңмы һуң?
– Тамуҡ хужаһы, беҙҙә ут юҡ, тине. Нисек инде улай, тип һорағайным, былай тип яуапланы: “Тамуҡта ут юҡ, һәр кем бында үҙ уты менән килә...”