Айҙар МАННАНОВ
Һин дә яҙмайһың,
Мин дә яҙалмайым...
Илһам – яңғыҙы,
Ҡанат ҡағалмайым.
Көндәр – ҡояшһыҙ,
Төндәре – айһыҙ.
Мин – парлы буйҙаҡ,
Һин – парлы яңғыҙ.
Һинһеҙ йәшәүҙән
Табалмайым йүн.
Һин – минең Ләйләм,
Мин – һинең Мәжнүн.