АҠЫЛ
Үҙен аҡыл эйәһе тип йөрөткән берәү янына ҡарт кеше килеп:
– Әгәр ҙә минең кәмһетеп әйткән һүҙҙәрҙе тыныс һәм сабыр тыңлай алһаң, аҡыл эйәһе булыуыңа инанасаҡмын, – ти.
Тегенеһе ризалаша, ҡарттың кәмһетеүҙәрен тыныс ҡына тыңлай һәм һорап ҡуя:
– Йә, хәҙер ышандыңмы инде?
Ҡарт мәғәнәле йылмайып, әйтеп ҡуя:
– Ышаныр инем, әгәр ҙә бер һүҙ ҙә әйтмәһәң...