Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Декабрь 2021, 15:40

Яңы йыл

Хәсән НАЗАР, Башҡортостандың халыҡ шағиры. ЯҢЫ ЙЫЛ СӘҒӘТЕ ҺУҠҠАНДАУралыма бына, йыл яңыртып,Байрам бүләк итә ер-күгем.Аҡ моңдарға сорнап яуған ҡарҙарКерпектәргә элә бөртөгөн.

Яңы йыл
Яңы йыл

Хәсән НАЗАР,

Башҡортостандың халыҡ шағиры.

ЯҢЫ ЙЫЛ СӘҒӘТЕ ҺУҠҠАНДА
Уралыма бына, йыл яңыртып,
Байрам бүләк итә ер-күгем.
Аҡ моңдарға сорнап яуған ҡарҙар
Керпектәргә элә бөртөгөн.

Шәмдәлдәрҙә, беҙҙең күңелдәрҙә
Төндәр яҡтырырлыҡ нурҙар бар.
Йөрәктәрҙе беҙҙең асып һалыр,
Күтәреп тә алыр йырҙар бар.

Һуға сәғәт!.. Матур теләктәрҙең
Түбәһендә ваҡыт – тантана.
Ҡотлауҙарҙың йылылары йәндә
Ҡыуаныстар булып ятлана.

Күтәрәйек, дуҫтар, байрам һыйын,
Күтәреләйек беҙ үҙебеҙ!
Яңы йылға күсһен табын йыры,
Яңы йылға күсһен һүҙебеҙ.

Именлектә беҙҙең йәшәүҙәрҙе
Ерем-күгем туйлай урамда.
Ризалатып, риза булып донъя
Яңы йылды башлай Уралда.

© Хәсән Назар

Яңы йыл
Яңы йыл
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: