Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Декабрь 2021, 09:40

Ожмах һәм тамуҡ

Ожмах һәм тамуҡ Бер кеше ожмахҡа эләгә. Унда бөтә кешеләр шат, бәхетле, бер-береһенә ихтирамлы. Ә тирә-яҡта шул уҡ ғәҙәти тормош. Бер аҙ ҡараштырып йөрөгәндән һуң, был кеше фәрештәгә әйтә:

Ожмах һәм тамуҡ
Ожмах һәм тамуҡ

Ожмах һәм тамуҡ

Бер кеше ожмахҡа эләгә. Унда бөтә кешеләр шат, бәхетле, бер-береһенә ихтирамлы. Ә тирә-яҡта шул уҡ ғәҙәти тормош.

Бер аҙ ҡараштырып йөрөгәндән һуң, был кеше фәрештәгә әйтә:

– Ә тамуҡты ҡарарға мөмкинме?

– Әйҙә, күрһәтәм, – ти фәрештә.

Тамуҡҡа киләләр. Кеше аптырап ҡала, сөнки бында ла шул уҡ ғәҙәти тормош, ләкин кешеләрҙең йөҙө ҡырыҫ, бер-береһенә асыулы...

– Бында ла шул уҡ тормош бит, ни өсөн улар ҡәнәғәт түгел һуң? – тип һорай кеше.

Фәрештә уфтанып яуаплай:

– Сөнки улар, ожмахта яҡшыраҡ, тип уйлай...

 

Ожмах һәм тамуҡ
Ожмах һәм тамуҡ
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: