Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Декабрь 2021, 10:10

Шаярыу

Салауат ӘБҮЗӘР ТОРМОШ (Шаярып ҡына) Яғалашып тормош менән, Алды тамам көс-кәрҙе. Йолҡҡоланы сәстәремде, Ҡоя һуҡты тештәрҙе.   Уңдан бәрә, һулдан бәрә – Йығылмай ҡалам көскә. Йүгереп тороп килә лә, Тибеп ебәрә эскә...   Үҙе ихлас көлгән була: “Ҡара, – ти, – һин ныҡ әле. Йә, исмаһам, берәй тапҡыр Һин миңә лә һуҡ әле!”   Шунан башын сайҡай-сайҡай, Ҡул һелтәй: “Булмай бынан!” ...Ә күкрәктә йөрәк тертләй Ҡыҙҙар йылмайыуынан...

Шаярыу
Шаярыу

Салауат ӘБҮЗӘР

ТОРМОШ

(Шаярып ҡына)

Яғалашып тормош менән,

Алды тамам көс-кәрҙе.

Йолҡҡоланы сәстәремде,

Ҡоя һуҡты тештәрҙе.

 

Уңдан бәрә, һулдан бәрә –

Йығылмай ҡалам көскә.

Йүгереп тороп килә лә,

Тибеп ебәрә эскә...

 

Үҙе ихлас көлгән була:

“Ҡара, – ти, – һин ныҡ әле.

Йә, исмаһам, берәй тапҡыр

Һин миңә лә һуҡ әле!”

 

Шунан башын сайҡай-сайҡай,

Ҡул һелтәй: “Булмай бынан!”

...Ә күкрәктә йөрәк тертләй

Ҡыҙҙар йылмайыуынан...

Шаярыу
Шаярыу
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: