Ожмах һәм тамуҡ
Бер кеше ожмахҡа эләгә. Унда бөтә кешеләр шат, бәхетле, бер-береһенә ихтирамлы. Ә тирә-яҡта шул уҡ ғәҙәти тормош.
Бер аҙ ҡараштырып йөрөгәндән һуң, был кеше фәрештәгә әйтә:
– Ә тамуҡты ҡарарға мөмкинме?
– Әйҙә, күрһәтәм, – ти фәрештә.
Тамуҡҡа киләләр. Кеше аптырап ҡала, сөнки бында ла шул уҡ ғәҙәти тормош, ләкин кешеләрҙең йөҙө ҡырыҫ, бер-береһенә асыулы...
– Бында ла шул уҡ тормош бит, ни өсөн улар ҡәнәғәт түгел һуң? – тип һорай кеше.
Фәрештә уфтанып яуаплай:
– Сөнки улар, ожмахта яҡшыраҡ, тип уйлай...