Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Декабрь 2021, 18:10

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

"... Үтәбаев Әхмәр башҡарыуында көлөү...""Теге өсәү" ғаилә байрамдары, уйындар хаҡында ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорҙо. Беҙ бала саҡта атай-әсәйебеҙ алдында концерт ҡуя торғайныҡ. Көндөҙ иғлан яҙып ҡуябыҙ ҙа, кис тамаша була.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

"... Үтәбаев Әхмәр башҡарыуында көлөү..."

"Теге өсәү" ғаилә байрамдары, уйындар хаҡында ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорҙо. Беҙ бала саҡта атай-әсәйебеҙ алдында концерт ҡуя торғайныҡ. Көндөҙ иғлан яҙып ҡуябыҙ ҙа, кис тамаша була. Атайыбыҙ менән әсәйебеҙ төпкө бүлмәлә ултыра. Әсәйебеҙ алдында һәр ваҡыт имсәк бала була. Бына бер мәл концерт башлана. Уны Бибинур апай алып бара. Иң күп номерҙар "Һәнәк", "Ағиҙел" журналдарында баҫылған шиғырҙарҙы яттан һөйләүгә ҡорола. Әле лә мәжлестәрҙә беҙҙекеләр шиғыр һөйләй.
Мин, һаҡау булғас ни, шиғыр һөйләй алмайым. Бибинур апай төпкө яҡҡа сығып, минең номерҙы иғлан итә: "Үтәбаев Әхмәр башҡарыуында көлөү..." Мин сығам да көлөргә тотонам. Тәүҙә барыһы ла аптырап ҡарай, аҙаҡ минең туҡтай алмауымдан көлә башлайҙар. Тора-бара бөтә өй эсе, тотош ғаилә ағзалары түгелеп көлөргө тотона.
Һуңғы тапҡыр барлыҡ ғаилә ағзалары менән атай-әсәй алдында концертты 1993 йылда ҡуйҙыҡ. Ул саҡта мин "Аманат" журналының баш мөхәррире Камил Яйыҡбаев менән шағир Хөснулла Түләкәевты тыуған яғыма ҡунаҡҡа алып ҡайтҡайным. Иң иҫтә ҡалғаны Хөснулла Түләкәевтың шатлығынан илауы булғандыр. Сөнки ғаилә концертыбыҙҙа туғандарым иң күбеһе уның "Һәнәк" журналында баҫылған шиғырҙарын яттан һөйләне. "Бушҡа йәшәмәйем икән был донъяла" тигән булды ағай.

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 567-се күҙәтеү.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: