Юнир САЛАУАТОВ
Хәйлә
Яңы директор килһә, уға һәр кем үҙенсә “объектив” хәлдәрҙе һөйләп, ошаҡлап, уны дошмандарыбыҙға ҡаршы ҡуйыу оҫталығы бар. Беләм, Әсинә минең хаҡта нимәлер һөйләгән, сөнки директор минең менән йүнләп һаулашмай, һөйләшмәй.
Һәҙиә Дәүләтшинаның яңы ғына типографиянан сыҡҡан “Ырғыҙ” тип аталған китабын һатып алдым һәм уның иң беренсе аҡ битенә: “Юнир ҡустым, туған көнөң менән ҡотлайым, имен-һау йәшә. Ағайың Мортаҙа Рәхимов”, тип яҙҙым. Гәзит-журналдарҙа сыҡҡан ҡултамағаһына оҡшатып ҡул ҡуйҙым да, уны тотоп директорға индем. Кәрәкле мәсьәләмде әйтеп, биш минут тирәһе һөйләшеп ултырғандан һуң, китабымды онотҡан булып сығып киттем. Бер аҙна уҙғас ул мине кабинетына саҡырып алды ла:
– Юнир Хаевич, бына, китабығыҙҙы онотоп ҡалдырғаныһығыҙ. Әйткәндәй, Мортаҙа ағай һеҙгә ҡайһы яҡлап туған булла? – тип һораны.
– Олатайым, Әүжәндән Мәләүезгә тиклем һал ағыҙғанда, ун өс йәшлек кенә оләсәйемде кәләш итеп алып ҡайтҡан. Өләсәйем, Мортаҙа ағайҙың атаһы менән бер туған. Мин егет саҡта Мортаҙа ағай, атаһының ҡушыуы буынса, оләсәйемдең хәлен бәләргә туған яғына ҡайтышлай беҙгә инеп сыға ине, – тинем.
Ошо хәлдән һуң директор миңә иң яҡын дуҫ кеүек булды ла ҡуйҙы. Ә Мортаҙа ағайҙың миңә бер туғанлығы ла юҡ...