Хәсән НАЗАР,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.
ЯУА ҠАРҘАР...
Ойоҡһотоп, болоҡһотоп,
Нағышланып ҡарҙар яуа.
Аҡлыҡ менән, шатлыҡ менән
Йырлай һауа — йәнгә дауа!
Яҙылғандай ошо саҡта
Ерҙең һөйөү нәҫере лә.
Ҡанһыҙлыҡтың, ҡомһоҙлоҡтоң
Юҡтыр кеүек әҫәре лә.
Яуа ҡарҙар — ҡот-бәрәкәт
Өҫкә ауа. Йыл башлана!
Изге теләк, өмөт менән
Яңы йылым алҡышлана.
Йыл яңыра. Ә үткәндәр —
һәммәһе лә үҙем менән.
Ҡанлы, шанлы тарихтарҙы
Күтәремен түҙем менән.
Йөрәгемдә ҡайнай барыһы —
Ил күргән, ил кисергәндәр.
Тик сабырмын. Кешеләрем
Ер моңона иҫергәндә
Сыуалтмайым уйҙарын мин,
Ҡуҙғатмайым йәрәхәтте —
Кешеләргә байрам танһыҡ,
Татымайҙар гел рәхәтте.
Әле бына юҡтыр кеүек
Хафаларҙың әҫәре лә.
Яҙылғандай ошо саҡта
Ерҙең һейөү нәҫере лә.
Аҡлыҡ менән, шатлыҡ менән
Йырлай һауа — йәнгә дауа.
Ойоҡһотоп, болоҡһотоп,
Нағышланып ҡарҙар яуа!.