Азамат ЮЛДАШБАЕВ
Һәм кит һин... Мин йоҡлағанда... Өнһөҙ генә...
Ишек ҡалһын ярым асыҡ.
Мин йоҡлағанда... Үп тә битемдән... Кит һин...
Сығып киткән һымаҡ ҡасып.
Һәм төш булып ҡал... Серле лә... Сәйер ҙә...
Алыҫтағы ят моң һымаҡ.
Һәм... Гәлсәр хыял тулай... Балсыҡ көршәктә...
Сиктәр яҡын... Шиктәр - йоҙаҡ...
* * *
Бөтәһе лә план буйынса...
Үҙем китәм.
Микрофон – “off”...
Ҡыумағыҙ.
Ҡул да сапмағыҙ.
Төтөн генә ҡалды ялҡындан...
Алҡыштарҙа – йөрәк ярсыҡтары.
Алҡыштарҙа – алҡымдарҙан – ал ҡан...
* * *
Осҡон сәсеп торған күҙҙәрҙә
тик ике һүҙ:
“Ярат мине!”
Уйсанлана төшкән күҙҙәрҙә
тик ике һүҙ:
“Аңла мине!”
Рәнйеү тулы моңһоу күҙҙәрҙә
тик ике һүҙ:
“Йәллә мине!”