Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2021, 09:25

Нурия Ирсаева

Бәхетле тормошБашҡортостандың халыҡ артисткаһы Нурия Ирсаева һөйләгәйне: “Ирем менән өйләнешкәс, беҙгә бер өйҙән бәләкәй генә бүлмә бирҙеләр. Шунда сынаяҡ-сәйнүк килтереп йәшәй башланыҡ. Бүлмәбеҙҙең ишеге төртһәң емерелергә тора, рәтләп бикләнмәй ҙә. Ҡайсаҡ эшкә бикләмәй ҙә китәбеҙ: йә ашығабыҙ, йә онотабыҙ. Беҙ юҡта берәйһе бүлмәгә инер тип тә борсолмайбыҙ. Унда бит кеше урлап китерҙәй бер нәмә лә юҡ – кейемдәребеҙ өҫтөбөҙҙә.Бер мәл беҙгә ҡыйбатлы ғына келәм бүләк иттеләр.

Нурия Ирсаева
Нурия Ирсаева

Бәхетле тормош

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Нурия Ирсаева һөйләгәйне: “Ирем менән өйләнешкәс, беҙгә бер өйҙән бәләкәй генә бүлмә бирҙеләр. Шунда сынаяҡ-сәйнүк килтереп йәшәй башланыҡ. Бүлмәбеҙҙең ишеге төртһәң емерелергә тора, рәтләп бикләнмәй ҙә. Ҡайсаҡ эшкә бикләмәй ҙә китәбеҙ: йә ашығабыҙ, йә онотабыҙ. Беҙ юҡта берәйһе бүлмәгә инер тип тә борсолмайбыҙ. Унда бит кеше урлап китерҙәй бер нәмә лә юҡ – кейемдәребеҙ өҫтөбөҙҙә.

Бер мәл беҙгә ҡыйбатлы ғына келәм бүләк иттеләр. Ә келәмдәрҙең дефицит сағы! Иртәгәһенә эшкә китергә булғайныҡ, йоҙаҡтың насар икәнлеге иҫкә төштө. Ирем эшкә барманы, магазиндан яңы йоҙаҡ килтереп ҡуйҙы. Театрҙа уйлап ултырам: йоҙаҡты алмаштырҙыҡ та ул, ә ишек бит хөрт. Берәйһе емереп келәмде алып сығып китмәҫме? Шул уҡ көндө ишекте алмаштырҙыҡ. Иртәгәһенә эшкә китеп бара инем, ярты юлда шып туҡтап ҡалдым: ә ишекте бикләнемме һуң әле? Ғәҙәт буйынса бөгөн дә бикһеҙ ҡалдырып китмәнемме? Ҡот осоп кире йүгерҙем. Үҙем уйлап барам: туҡта, нимә булды әле беҙҙең менән? Ошоғаса рәхәр кенә йәшәй инек, келәмле булғайныҡ – тыныслыҡ бөттө! Бәләкәй генә байлыҡ та кешегә ана шулай ҡурҡыу, борсолоу килтерә микән? Ә тағы ҡыйбатыраҡ әйберҙәр ала башлаһаҡ, ни булыр?"

Нурия Ирсаева һөйләгән ошо ваҡиғала кешенең тыныс рухи тормоштан тынғыһыҙ матди тормошҡа күсә барыуы асыҡ күренә. Әҙәм балаһы матур, бай донъяға ни тиклем нығыраҡ бәйләнһә, күп аҡса табыу өсөн тырышһа, шул тиклем нығыраҡ хафаға, ҡурҡыуға бата башлай. Байығыуға ҡул һелтәп, булғанына ҡәнәғәт итә белһә, ул бер нәмәгә лә борсолмайынса, тормошҡа ҡыуанып ҡарай, уның матурлығын күрә һәм рәхәтләнеп бәхетле йәшәй.

Наил Ғәйетбаевтың “Бәхетле булыуҙың серҙәре” китабынан.

Нурия Ирсаева
Нурия Ирсаева
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: