Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2021, 09:15

Хоҙай бүләге

Салауат ӘбүзәрХоҙай бүләгеНи теләһәң, Хоҙай шуны бирә,Ихлас һәм саф булһа теләктәрең.Яңы йылға аяҡ баҫҡан саҡта,Ул мөхәббәт менән бүләкләһен.Ташып торһон бәхет күҙегеҙҙән,Һүҙегеҙҙән тамһын балланып.Ирендәрҙә ул йылмайыу булһын,Йөҙөгөҙҙә янһын алланып.Дөрләп торһон ғаилә усаҡтары,Табындарҙа ризыҡ мул булһын.Тайғаҡ юлда ҡай саҡ абынғанда,Һәр саҡ тотоп алыр ҡул булһын.Сафлыҡ менән тулһын күңелегеҙ,Аҡлыҡ кисеп үтһен юлығыҙ.Мөхәббәттең ҡайнар һулышынанЙылы бөркһөн Яңы йылыбыҙ!

Хоҙай бүләге
Хоҙай бүләге

Салауат Әбүзәр

Хоҙай бүләге

Ни теләһәң, Хоҙай шуны бирә,
Ихлас һәм саф булһа теләктәрең.
Яңы йылға аяҡ баҫҡан саҡта,
Ул мөхәббәт менән бүләкләһен.

Ташып торһон бәхет күҙегеҙҙән,
Һүҙегеҙҙән тамһын балланып.
Ирендәрҙә ул йылмайыу булһын,
Йөҙөгөҙҙә янһын алланып.

Дөрләп торһон ғаилә усаҡтары,
Табындарҙа ризыҡ мул булһын.
Тайғаҡ юлда ҡай саҡ абынғанда,
Һәр саҡ тотоп алыр ҡул булһын.

Сафлыҡ менән тулһын күңелегеҙ,
Аҡлыҡ кисеп үтһен юлығыҙ.
Мөхәббәттең ҡайнар һулышынан
Йылы бөркһөн Яңы йылыбыҙ!

Хоҙай бүләге
Хоҙай бүләге
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: