Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2021, 15:00

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Дүртенсе ысул: "Аяғыңды йыуып ят"Владимир Мегреның Анастасияһы төрлө сирҙәрҙән ҡотолоуҙың боронғо бер ысулы хаҡында бәйән итә. Уның буйынса әгәрҙә кеше кис ятыр алдынан аяҡтарын йыуған һыу менән йәшелсәләрҙе һуғарып үҫтереп, шулар менән туҡланһа, ауырыу-сирҙәренән ҡотола, имеш. Тәү ҡарамаҡҡа был ысул ишек тотҡаһын сайып дауаланыу һымаҡ сәйер булып тойола. Әммә ҡайһы бер табиптар ишек тотҡаһын сайып эсеп тә эс ҡатыулауынан ҡотолоп булыуы хаҡында белдерә.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ

Дүртенсе ысул: "Аяғыңды йыуып ят"

Владимир Мегреның Анастасияһы төрлө сирҙәрҙән ҡотолоуҙың боронғо бер ысулы хаҡында бәйән итә. Уның буйынса әгәрҙә кеше кис ятыр алдынан аяҡтарын йыуған һыу менән йәшелсәләрҙе һуғарып үҫтереп, шулар менән туҡланһа, ауырыу-сирҙәренән ҡотола, имеш. Тәү ҡарамаҡҡа был ысул ишек тотҡаһын сайып дауаланыу һымаҡ сәйер булып тойола. Әммә ҡайһы бер табиптар ишек тотҡаһын сайып эсеп тә эс ҡатыулауынан ҡотолоп булыуы хаҡында белдерә.
Ә Анастасия үҙе тәҡдим иткән ысулдың мәғәнәһен шулай аңлата: кешенең теге йәки был сиренә йә ауырыуына бәйле ферменттар, уның һөҙөмтәләре булған үле күҙәнәктәр барыһы ла тәненең иң аҫҡы өлөшө булған аяҡтарына, табандарына төшөп йыйыла. Был аңлашыла ла: кистәрен ойоҡбаштарҙы, носкиҙарҙы сискәндә танауҙы ҡырҡыу еҫ ярып инә. "Мин эсеүемде ташланым" тигән яҙмаларымда мин был еҫте булмышымдың, асылымдың "үле еҫе" тип тә атағайным. Тимәк, хәҙерге көн лөғәте менән әйткәндә, ул ферменттар йә үле күҙәнәктәр менән байытылған һыу йәшелсәләр аша үтеп сирҙәргә ҡаршы "антитела" барлыҡҡа килтерә булып сыға.
Ғүмерҙәренең ахырынаса намаҙлыҡта ултырған өләсәйҙәр, ҡартәсәйҙәр бала сағыбыҙҙа беҙгә һәр ваҡыт тәһәрәтләнеүҙең мөһим өлөшө булған ғәмәлде башҡарырға ҡушып: "Аяғыңды йыуып ят", — тип тасҡа йылы һыу ҡойоп бирә инеләр. Һәм беҙ мөмкин булғанса йыумай ятырға тырыша торғайныҡ. Күп нәмәләр өлкәнәйгәс кенә аңлашыла: уларҙы тыңлашмай, аяҡтарыңа йыйылған "үле еҫеңде", икенсе һүҙ менән әйткәндә, сирҙәреңде кире тәнеңә таратаһың бит инде. Кешенең тәнендә лә ғәләмдәге һымаҡ глобаль процестар бара: секундына йөҙәр мең күҙәнәктәр һәләк була, тағы ла шунсамаһы барлыҡҡа килә.

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 564-се күҙәтеү.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: