Зилара Мөлөкова
ТУҒАЙЛЫҠТА
...Түгелмә тауын түңәрәткән туғайлыҡта төнгө тынлыҡ. Туғай томанға төрөнгән. Тик тал- тирәкле Тулыбайҙың тулҡындары, тай- тулаҡтай тулай- тулай, түбәнгә томоролалар...
Таң тыуа... Томан тарала. Туғай таңғы тауыштарға тула. Тәүҙә таң тишегенән торған таң турғайы:" Тьюить, тьюить! "- тип туйтылданы. " Торрыйҡ! Торрыйҡ! Таң, таң тыуҙы! Таңдан торрыйҡ! "- тип, торналар торҡолданы. 🦩🦩" Туҡ- туҡ, туҡ- туҡ! "- тине тумыртҡа, томшоғон туҡылдата- туҡылдата, тирәкте тишкеләп.
Тал- тирәктәрҙән тыпылдап тәүге таң тамсылары тамды. Таң тамсыларын туйғансы тәмләгән турғайҙар тотондолар туҡтауһыҙ туйтылдарға! Тал- тирәктәр тирбәлделәр таҡмаҡ- тауышҡа. Талдар таҡмаҡланы. Тумарлыҡта тәгәрлектәр тәгәрәнеләр, тартай тартылданы:" Тарт! Тарт! "
Тауҙа, туғайлыҡта, таллыҡта- таңғы тамаша!
🐿Таңдан торған тейен тубырсыҡ тирергә тотонған. Тирәктә тумыртҡа тишкән түңәрәк тишеккә тултырған тәғәме- тубырсыҡтары, тиктомалдан, тупырлашып ,түңгәк төбөндә төшәнгән тайыштабандың тап түбәһенә төштөләр.
🐻Тертелдәгән тайыштабан тау түбәненә тәкмәсләне. Тәнтерәкләй- тәнтерәкләй , тауышлана- тауышлана торҙо тайыштабан . Тауышы тауға, туғайға, таллыҡҡа таралды. 🐴🦄🐴Типһәндә торған тай- тулаҡ та тертләне тайыштабандан. Типһәндән туғайға төштөләр. Туҡтап та тормайса, туҙан туҙҙырып, Тулыбайҙың түбәненә томоролдолар. Тупылдаған тояҡ тауыштары туғайҙы тултырҙы.
🦊Тартайҙымы, төрткөнөмө тотоп, туйғансы тәғәмләнергә темеҫкенгән төлкө, тертелдәп ,тумарлыҡҡа тайшанғайны 🦔 туптай тумырайған терпегә төртөлдө. Тыпырсына- тыпырсына, терпегә төртөлгән томшоғон түңгәккә тызырға тотондо. Түңгәк төбөндә тараж тырылдарға тотондо. 🐝Төлкө, тамаҡ тамуҡҡа төшөрә типтер, таллыҡҡа табан тоҡойтто. Тайыштабан,🐾 туйтанлай- туйтанлай, туғай төпкөлөнә тайҙы. Терпекәй таңда тыуған🍄 тырҡышҡа табан тәпәйләне.
🐍Туҙбаш таңдан ,тәлмәрйен тәңкәһен
төйәкләгән тәлмәрйенде тотоп, тамаҡ туйҙырмаҡсы. .. 🦅Тик типкер туҙбашҡа ташланды. Туҙбаш типкерҙән тилберерәк: түмһә төбөнә төштө. Төрткөнө тибәм тигәйне, төрткө, төртөнә- төртөнә төпкә тайҙы. Тамам талсыҡҡан типкер тауға тайшанды.🕊🕊Турғайҙар тубына төйлөгән ташланды. Турғайҙар төйлөгәнде туҡманы, туҙҙырҙы. Табышһыҙ тайҙы төйлөгән...
🦋Таңда тыуған тауискүҙ ,тамшана- тамшана ,тәғәмләнергә теләне. Тәмлекәс тамсыларға тулышҡан 🥀тумыртҡабашты тиҙ тапты.Тәмлекәс тамсыны тәмләй- тәмләй, талпынырға тотондо. Тырышып, тырмашып, тумыртҡабашҡа тотоноп, талпынды тауискүҙ. Тормош талпыныуҙарҙан тора, тауискүҙ! Талпын, талпын! 🥀
... Туғайлыҡта таңдан төнгәсә тыпырлаған, туйтылдаған, торҡолдаған, таптырҙаған, тыртылдаған, туптырҙаған, тыпылдаған, тартылдаған, туҡылдаған, таҡылдаған тауыштар тынмай. Тәбиғәтебеҙ тынмаһын!