Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2021, 11:15

Башҡортостан

Фирүзә АБДУЛЛИНА БАШҠОРТОСТАНКемдер әгәр “Башкирия” тиһә,Урынынан ҡуба йөрәгем:“Башкирия” түгел, “БАШҠОРТОСТАН”!Башҡортостан – ғәзиз төйәгем...

Башҡортостан
Башҡортостан

Фирүзә АБДУЛЛИНА

БАШҠОРТОСТАН

Кемдер әгәр “Башкирия” тиһә,
Урынынан ҡуба йөрәгем:
“Башкирия” түгел, “БАШҠОРТОСТАН”!
Башҡортостан – ғәзиз төйәгем...

Башҡорт иле бында – БАШҠОРТОСТАН!
Ана нисек ғорур яңғырай!!
Рәхәтләнеп әйтәм, ләззәтләнеп,
Ишетмәйсә ҡалмаҫ һаңғырау!

Урыҫ ҡушаматы – “Башкирия” –
Ошо сонтор һүҙгә ҡайһылай
Һыйһын инде урман, йылға, күлдәр,
Мәғрүр тауҙар... Йәнем ҡанһырай

Ишеткәндә ошо ҡушаматты...
“БАШҠОРТОСТАН” – минең илгенәм,
Ер йөҙөндә тиңһеҙ гүзәл ерем,
Йәнтөйәгем минең, бергенәм!

Быуаттарҙан килгән ошо исем –
Күпме аҡыл, көрәш емеше,
Шәхси дуҫым кеүек яҡын миңә
“БАШҠОРТОСТАН” тигән һәр кеше.

Фирүзә Абдуллина.

Башҡортостан
Башҡортостан
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: