Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Декабрь 2021, 08:45

Юнир Салауатов

Юнир САЛАУАТОВ “Педалгә баҫып ултырҙым...”          Водителдәр курсында уҡып, һуңғы имтиханда Ғәмифә исемле ҡатын көтмәгәндә: – Ах, сволочь, паразит! – тип ҡысҡырып ебәрә. – Миңә әйтәһегеҙме? – тип ғәжәпләнә имтихан алыусы. – Юҡ, һеҙгә түгел, иремә...

Юнир Салауатов
Юнир Салауатов

Юнир САЛАУАТОВ

“Педалгә баҫып ултырҙым...”

         Водителдәр курсында уҡып, һуңғы имтиханда Ғәмифә исемле ҡатын көтмәгәндә:

– Ах, сволочь, паразит! – тип ҡысҡырып ебәрә.

– Миңә әйтәһегеҙме? – тип ғәжәпләнә имтихан алыусы.

– Юҡ, һеҙгә түгел, иремә...

– Бында ирегеҙ юҡ бит.

– Ах, блин!.. – тип ҡатын, ике ҡулы менән башын тотоп, уйға ҡала.

– Нимә булды һеҙгә, әллә төш күрәгеҙме? – ти мастер.

– Юҡ. Төш күрмәйем. Ошоға тиклем наҙан булып йәшәгәнемде аңланым. Ирем водитель булып эшләй. Бынан егерме йыл элек, КАМАЗ-ына ултырҙыҡ та, бесән сабырға киттек. Урман, тауҙар араһы юлынан бара торғас, алда һәнәк, тырма тотҡан бер ҡатын күренде. Барып еткәс таныным, ул күрше ауылдағы Мөнирә исемле йәш ҡатын булып сыҡты. Уны ултыртып алдыҡ. Тағын да ҡуйыраҡ урманға ингәс, машина үгеҙ кеүек аҡыра, ә үҙенең тиҙлеге юҡ. Ирем газға баҫҡыланы ла машинаны юлдан ситкә сығарып, текә генә таулы урынға туҡтатты.

“Машинаның кардан валы өҙөлөп, двигетелгә килеп тығылды. Ремонтлап алырга кәрәк. Бына ошо тормоз педаленә ныҡ итеп баҫып ултыр. Мин машина аҫтына инеп, кардан валын төҙәтәм. Аяғыңды педалдән алма. Алһаң, машина тау түбәненә китеп, мин тәгәрмәс аҫтында ҡалыуым бар”, – тине лә, ирем мине үҙ урынына ултыртып сүкешен, асҡыстарын тотоп машина аҫтына инеп китте. Шаҡ-шоҡ сүкеш һуҡҡан тауыш ишетелде. Шунан ирем: “Бер үҙемдең кардан валын күтәрергә көсөм етмәй, Мөнирә, һин миңә ярҙам ит” – тип теге ҡатынды саҡырып алды. Улар икәүләшеп төҙәттеләр, ә мин педалгә баҫып ултырҙым. Бына хәҙер водителлеккә уҡып, техниканы аңлағас, иремдең машина аҫтында һөйәркәһе менән нисек “кардан валын төҙәтеүен” аңланым, – ти ҡатын.

 

Юнир Салауатов
Юнир Салауатов
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: