Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Декабрь 2021, 10:25

Ҡыш бабайға һүҙ

Салауат ӘБҮЗӘР ҠЫШ БАБАЙҒА ҺҮҘ Һинең ҡулыңда тылсымлы Таяғың бар, Ҡыш бабай. Шулай булғас, Яңы йылға Һин былай тип ҡуш, давай:   Киләң икән, тыйнаҡ бул, тиң, Тәртип-фәлән боҙма, тиң. Һәм халыҡтың мөлкәтенә Ҡулдарыңды һуҙма, тиң.   Алдашма, тиң. Күпме йылдар Гел алдашып үтә, тиң. Һинән халыҡ вәғәҙә түгел, Аныҡ эштәр көтә, тиң.   Һин, Ҡыш бабай, аҡ һаҡаллы – Күпте күргән ҡарттырһың. Әйт, улыңа, – ололарҙың Пенсийәһен арттырһын.   Эш хаҡын да йәлләмәһен, Намыҫ менән түләһен. Күптәр осто-осҡа ялғап Йәшәгәнен беләһең...   Теләктәр күп... Үтәлер, тип, Өмөтләнгән булаһың. Ҡыҫҡаһы шул: малайыңдың Ныҡ итеп бор ҡолағын!

Ҡыш бабайға һүҙ
Ҡыш бабайға һүҙ

Салауат ӘБҮЗӘР

ҠЫШ БАБАЙҒА ҺҮҘ

Һинең ҡулыңда тылсымлы

Таяғың бар, Ҡыш бабай.

Шулай булғас, Яңы йылға

Һин былай тип ҡуш, давай:

 

Киләң икән, тыйнаҡ бул, тиң,

Тәртип-фәлән боҙма, тиң.

Һәм халыҡтың мөлкәтенә

Ҡулдарыңды һуҙма, тиң.

 

Алдашма, тиң. Күпме йылдар

Гел алдашып үтә, тиң.

Һинән халыҡ вәғәҙә түгел,

Аныҡ эштәр көтә, тиң.

 

Һин, Ҡыш бабай, аҡ һаҡаллы –

Күпте күргән ҡарттырһың.

Әйт, улыңа, – ололарҙың

Пенсийәһен арттырһын.

 

Эш хаҡын да йәлләмәһен,

Намыҫ менән түләһен.

Күптәр осто-осҡа ялғап

Йәшәгәнен беләһең...

 

Теләктәр күп... Үтәлер, тип,

Өмөтләнгән булаһың.

Ҡыҫҡаһы шул: малайыңдың

Ныҡ итеп бор ҡолағын!

Ҡыш бабайға һүҙ
Ҡыш бабайға һүҙ
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: