Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Декабрь 2021, 11:05

Ҡыш бабай

Салауат ӘБҮЗӘР ҠЫШ БАБАЙҒА ҺҮҘ Һинең ҡулыңда тылсымлы Таяғың бар, Ҡыш бабай. Шулай булғас, Яңы йылға Һин былай тип ҡуш, давай:

Ҡыш бабай
Ҡыш бабай

Салауат ӘБҮЗӘР

ҠЫШ БАБАЙҒА ҺҮҘ

Һинең ҡулыңда тылсымлы

Таяғың бар, Ҡыш бабай.

Шулай булғас, Яңы йылға

Һин былай тип ҡуш, давай:

 

Киләң икән, тыйнаҡ бул, тиң,

Тәртип-фәлән боҙма, тиң.

Һәм халыҡтың мөлкәтенә

Ҡулдарыңды һуҙма, тиң.

 

Алдашма, тиң. Күпме йылдар

Гел алдашып үтә, тиң.

Һинән халыҡ вәғәҙә түгел,

Аныҡ эштәр көтә, тиң.

 

Һин, Ҡыш бабай, аҡ һаҡаллы –

Күпте күргән ҡарттырһың.

Әйт, улыңа, – ололарҙың

Пенсийәһен арттырһын.

 

Эш хаҡын да йәлләмәһен,

Намыҫ менән түләһен.

Күптәр осто-осҡа ялғап

Йәшәгәнен беләһең...

 

Теләктәр күп... Үтәлер, тип,

Өмөтләнгән булаһың.

Ҡыҫҡаһы шул: малайыңдың

Ныҡ итеп бор ҡолағын!

Ҡыш бабай
Ҡыш бабай
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: