Әнисә ТАҺИРОВА
Шағирә, 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты Әнисә Таһирова күркәм юбилейын билдәләй! Ҡәләмдәшебеҙҙе ихлас тәбрикләйбеҙ, Ағиҙел йылғаһылай оҙон ғүмер юлы, һаулыҡ-сәләмәтлек, бәхет теләйбеҙ!
Әнисә Таһирова... Үҫмер саҡта был исем миңә илаһи шиғриәт ауазылай яңғырай торғайны. Һомғол буйлы, сибәр йөҙлө шағирә бар яҡлап һоҡланғыс ине. Ә шиғырҙары ҡыҙҙарҙың көндәлектәренә генә түгел, егеттәрҙең һалдат кеҫәһендә йөрөткән блокноттарына ла күсте. Улай ғына ла түгел, ҡайһы тиҫтерҙәремдең бер-береһенә изге тойғоларын әҙибәнең хисле юлдары менән аңлатҡанын да беләм. Йөрәк түренән моңдай урғылған ул һүҙҙәр иң талантлы композиторҙарҙы көйҙәр яҙырға дәртләндерҙе. Был йырҙарға ла, Әнисә Таһированың ижадына ла беҙ әле һаман хайранбыҙ.
“Бер кем миңә хаким була алмай,
Баш эйәм тик шиғыр ҡаршында”.
Бары уйындағын ҡағыҙға төшөрөүсе шағирәнең был раҫлауы ысын мәғәнәһендә уның йәшәү рәүешенә тап килә. Уға иң юғары ҡиммәт – йөрәгендә шиғыр яралыуы, тиңһеҙ хазина – бик һирәктәр генә үҙенә рөхсәт иткән оло бүләк: күңел иреклеге. Юғалтыу, тетрәнеүҙәренең сәбәпсеһе лә – шуларҙыр. Ә алмашына – ҡоштар сылбырылай йәнде бейеклеккә әйҙәүсе юлдар, Әнисә Таһирова шиғриәте. Нәҡ үҙе яҙғанса, “шағир тажы – уның башында”. Тәбиғәттең дә, барса йыһандың да әҙәм балаһына насип иткән иң бөйөк ҡөҙрәттәренең береһе ошо бит!
Йомабикә ИЛЬЯСОВА.