Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2021, 15:05

Юнир Салауатов

Юнир САЛАУАТОВ ДОШМАН Беҙҙең йортобоҙҙағы күрше квартиранттар индерә. Был юлы унда өс ҡыҙ йәшәй. Берәүһенең подъезд алдына сығып, йыш ҡына тәмәке тартҡанын күрәм, һаулыҡ һорашам.          – Һеңлем, мин – экстрасенс. Һеҙ йәш кенә булһағыҙ ҙа дошманығыҙ бар, унан һаҡ булығыҙ, – тинем дә китеп барҙым.

Юнир Салауатов
Юнир Салауатов

Юнир САЛАУАТОВ

ДОШМАН

Беҙҙең йортобоҙҙағы күрше квартиранттар индерә. Был юлы унда өс ҡыҙ йәшәй. Берәүһенең подъезд алдына сығып, йыш ҡына тәмәке тартҡанын күрәм, һаулыҡ һорашам.

         – Һеңлем, мин – экстрасенс. Һеҙ йәш кенә булһағыҙ ҙа дошманығыҙ бар, унан һаҡ булығыҙ, – тинем дә китеп барҙым.

Икенсе тапҡыр ул мине үҙе туҡтатып:

         – Минең дошманым кем, ҡайҙа икәнен дә әйтеп бирегеҙ әле, ағай, аҡсаһын түләйем, – тине.

         – Дошманыңдың әйтеп бирәм. Әммә уға мөнәсәббәтеңде белдермәй ҡалма. Унан үс алырға вәғәҙә бирһәң генә исемен әйтәм.

         – Вәғәҙә бирәм, ағай, – тип ризалашты ул.

         – Вәғәҙә биреп тә, үс алмаһаң, кейәүгә сыға алмайһың, балаң булмай. Иртә үләһең, – тинем.

         – Ағай, үс алам, әйтегеҙ. Ә нисек үс алырға? – тип бик тә үтенеп һораны ул.

         – Уны үлтерһәң – енәйәт була. Әммә һин уны тотоп ал да ергә иҙгәләп тапап кит. Артабан һинең ҡатылығыңды, үҙеңде һаҡлау көсөн аңлағас, ул һине онотор, һине кәмһетмәҫ, – тинем.

         – Ярай, һеҙ әйткәнсә эшләрмен, уның исеме кем? – тип ҡыҙыҡай түҙмәй генә бит.

         – Дошманыңдың исеме “С” хәрефенә башлана, – тинем.

Ҡыҙ уйға ҡалды. Оҙаҡ ҡына баҫып торҙо ла:

         – Аҙағына тиклем әйтегеҙ инде, – тип үтенде.

         – Дошманығыҙҙың исеме – Сигарет, – тинем.

Ҡыҙыҡай миңә уҫал итеп ҡарарға ла, йылмайырға ла тырышып, өнһөҙ ҡалды.

         – Биргән вәғәҙәгеҙҙе үтәгеҙ, – тинем.

Ул сигаретын ергә бәрҙе. Башҡаса уның тәмәке тартҡанын күрмәнем.

Юнир Салауатов
Юнир Салауатов
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: