Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2021, 16:30

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Шишмәләр ағыуынан туҡтаһа, нимә була? Эйе, һыуҙар ҡамалып үлегә әүерелә. Һаҙлыҡ барлыҡҡа килә. Кеше организмы ла шулай: әгәр ҙә унда туҡтауһыҙ һыу ағышы режимы күҙәтелмәһә, һаҙлыҡҡа әүереләһең инде. Организмға ингән һыу бөйөр, тир аша тышҡа сығып туҡтауһыҙ һыу хәрәкәте барлыҡҡа килһә, һаулығың да тәбиғәттең шишмә сылтырап аҡҡан хозурлығын хәтерләтер.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Өсөнсө ысул: "Үҙ шишмәң булһын!"

Шишмәләр ағыуынан туҡтаһа, нимә була? Эйе, һыуҙар ҡамалып үлегә әүерелә. Һаҙлыҡ барлыҡҡа килә. Кеше организмы ла шулай: әгәр ҙә унда туҡтауһыҙ һыу ағышы режимы күҙәтелмәһә, һаҙлыҡҡа әүереләһең инде. Организмға ингән һыу бөйөр, тир аша тышҡа сығып туҡтауһыҙ һыу хәрәкәте барлыҡҡа килһә, һаулығың да тәбиғәттең шишмә сылтырап аҡҡан хозурлығын хәтерләтер.
Кеше күберәген тирләү аша таҙарына. Шуға күрә көн һайын кәмендә бер тапҡыр тирләр өсөн мин, мәҫәлән, иртәнсәк һәм кискеһен гимнастика яһайым. Көнөнә 500-1000-шәр тапҡыр сүкәйәм (приседание) һәм ҡулым менән этенәм (отжимание). Бер тапҡыр сүкәйгән осраҡта ғына билдән түбән яғыңда 600-ләп мускулың хәрәкәткә килә, ике ҡулың менән ергә, иҙәнгә таянып этенгәндә йөрәк, арҡа һәм баш мейеһе, ҡан әйләнеше эшмәкәрлеге әүҙемләшә, тәртипкә һалына. Ҡыҫҡаһы, гимнастика минең өсөн организмды бөйөр һәм тир аша таҙартыуға булышлыҡ итеүсе иң ҡулай ысул һанала. Был ысулды тәртипкә һалыу юлын да уйлап таптым: көн һайын нисә тапҡыр сүкәйгәнде, ҡулдарым менән этенгәнде ҡағыҙға яҙып барам. Тағы ла шуныһы: ундағы график буйынса мин бөгөн 2025 йыл өсөн күнекмәләр яһайым.

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 563-сө күҙәтеү.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: