Рәсүл БАЙГИЛДИН
ЕТЕГӘН ЙОНДОҘЛОҒО
Повесть
Ғәләүетдин үлгәне бирле өй эсенә инеп оялаған шомға өйрәнә алмай Гөлйыһан. Аяҡ аҫтында бер туҡтауһыҙ сыуалышҡан, шау-шыулы уйын ҡорған, талашҡан, һуғышҡан ете бала, әйтерһең, берәү-икәүгә ҡалды. Ҙурҙарына ҡатыраҡ өндәшһәң, илай ҙа ҡуялар. Уларға ҡарап, кеселәрҙең ауыҙҙары бәлшәйә, күҙҙәренә йәш эркелә. Урамға ла сыға һалып бармайҙар.
– Атаң эсеп үлгән, тип үсекләшә Әлфиә, – тип илап ҡайтты бер көн Мәмдүҙә.
Ҡалайтаһың, ятып ауырыманы шул Ғәләүетдин. Гөлйыһан үҙе лә ишеткеләй артынан әйтеп ҡалған төрлө һүҙҙәрҙе. Рәхәт түгел. Ҡайҙа барһа ла, һынамсыл күҙҙән үткәрәләр, йәлләп тә, бер ҡатлы ҡыҙыҡһыныу менән дә, хатта үсәп тә тексәйеп текләп торалар. Оялмайҙар ҙа. Ҡайтарып яуап бирмәҫен, йыуашлығын беләләр шул.
Ысынлап та, Раузаның һүҙҙәре раҫҡа сыҡты. Атаһы Юлдыбайға күсереп алыу тураһында Гөлйыһандың алдында һүҙ ҡуҙғатманы бүтән. Ҡалай ҙа ошонда, Матрайҙа, йәшәргә инде уға, тимәк.
Үҙ алдына шулай уйлап алғас, артабан атлап китер юлы асыла биргәндәй булды тол ҡатындың. Тыныслана төштө. Һыйыры бар, хөкүмәт пенсия сығарҙы аҫыраусыһын юғалтҡан тип, балалар аҡсаһы алып тора – астан үлмәҫтәр...
– Иртәгә мин, ҡыҙым, Юлдыбайға барам. Бесән йүнләргә. Ҡәрсәйең менән донъяны ҡарап тороғоҙ. Бәләкәстәр һыу буйына китеп бармаһын, – тип ҙур ҡыҙы Фаризаны иҫкәртеп ҡуйҙы кистән.
Хөрмәт ағаһы, Күстәнә үрендә совхоз еренән урын бүлдереп, бесәнде саптырып та ҡуйған икән. Хәҙер тырматып, күбәләп алырға кәрәк. Механик кешенең техника үҙ ҡулында булғас ней, рәхәт шул.
– Бала менән ыҙалап йөрөмәһәң дә булыр ине. Алып барып ауҙартыр инем бесәнде, – тине ул төшкә ҡайтҡанда Гөлйыһанды күреп аптырап.
– Әллә инде, килгәйнем шул. Толҡа таба алмай тик йөрөйөм. Нимәгә тотонорға ла белеп булмай. Исмаһам бесәне ҡайтып ятһа, тигәйнем...
– Хафаланма, ҡәрендәш, бесәне лә, утыны ла булыр! Әйткәйнем бит һуң...
Гөлйыһан был һүҙҙәрҙән иланы ла ҡуйҙы. Әсәһе, Төхвәт ағаһы, инде ире лә был донъяларҙан киткәс, ул үҙен үкһеҙ йәтим итеп тоя ине. Яҡлаусыһы, хәстәрләүсеһе бар икән дә баһа. Шуға күңеле тулды.