Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Декабрь 2021, 15:15

Зөфәр Вәлит

Зөфәр ВӘЛИТ Зөфәр ВӘЛИТ ЯҢЫ ЙЫЛҒА ТЕЛӘКҒүмер буйы изге теләкТеләнек Яңы йылда .Күп осраҡта насип булдыТойорға уны ҡулда .

Зөфәр Вәлит
Зөфәр Вәлит

Зөфәр ВӘЛИТ

ЯҢЫ ЙЫЛҒА ТЕЛӘК
Ғүмер буйы изге теләк
Теләнек Яңы йылда .
Күп осраҡта насип булды
Тойорға уны ҡулда .

Изге теләк юҡҡа сыҡмай,
Намыҫың менән телә !
Бары шундай ғына теләк
Ҡыуаныс алып килә .

Теләктәрҙең иң олоһо :
Тыныслыҡ менән Һаулыҡ...
Ошо хәҡиҡәт булмаһа ,
Матди байлыҡ— бер айлыҡ !

Былар күптәр өсөн таныш ,
Намыҫ менән имләнә ,
Һәрберебеҙ тормош атлы
Иләк менән иләнә ...

Шуға , үҙемә теләйем
Иләнгән - имләнгәнде...
Һеҙгә лә , дуҫтар , теләйем
Үҙемә теләгәнде !
З.Вәлит.

Зөфәр Вәлит
Зөфәр Вәлит
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: