ЯРАТЫУ
Бер кеше ҡарт дин әһеленә килеп:
– Мин Аллаһты яратырға теләйем, өйрәт әле – ти.
Ҡарт:
– Элек берәйһен яратҡаның булдымы һуң? – тип һорай.
– Мине донъяуи хәлдәр ҡыҙыҡһындырмай, мин Алланы ғына яратырға теләйем, – ти тегенеһе.
– Хәтереңә төшөр, бәлки, берәй ҡатын-ҡыҙҙы, баланы яратҡанһыңдыр? – тип ныҡыша ҡарт.
– Мин – дини кеше, мине Аллаһҡа юл ҡыҙыҡһындыра.
Ҡарт көрһөнөп, былай ти:
– Әлегә был мөмкин түгел: башта һин кемделер яратырға тейешһең. Был һинең – беренсе баҫҡысың. Ә һин тәүге баҫҡысҡа баҫмай тороп, Тауға үрләргә самалайһың...