Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Декабрь 2021, 09:05

Яҡтылыҡ

ЯҠТЫЛЫҠ Бер һуҡыр скрипкасы театрға эш һорап килә. Хужа уның уйнауын тыңлап ҡарағас, эшкә алырға ризалығын бирә. Улар ҡараңғы төшкәнсе тормош тураһында һөйләшеп ултыралар. Скрипкасы ҡайтырға ҡуҙғалғас, хужа уға фонарь тәҡдим итә. – Миңә фонарҙең кәрәге юҡ, – ти скрипкасы. – Мин – һуҡыр: яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ минең өсөн бер тигеҙ... Директор былай тип яуаплай:

Яҡтылыҡ
Яҡтылыҡ

ЯҠТЫЛЫҠ

Бер һуҡыр скрипкасы театрға эш һорап килә. Хужа уның уйнауын тыңлап ҡарағас, эшкә алырға ризалығын бирә. Улар ҡараңғы төшкәнсе тормош тураһында һөйләшеп ултыралар. Скрипкасы ҡайтырға ҡуҙғалғас, хужа уға фонарь тәҡдим итә.

– Миңә фонарҙең кәрәге юҡ, – ти скрипкасы. – Мин – һуҡыр: яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ минең өсөн бер тигеҙ...

Директор былай тип яуаплай:

– Беләм, был фонарь һиңә юл яҡтыртыр өсөн түгел, ҡараңғыла барғанда һиңә берәйһе килеп бәрелмәһен өсөн. Башҡалар тураһында хәстәрлек күреп, һин үҙең тураһында ла хәстәрләйһең...

Яҡтылыҡ
Яҡтылыҡ
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: