Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Декабрь 2021, 22:10

Рауил Бикбаев

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ "Килмәйәсәк ул буш ваҡыттар..."Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тыуған көнө. Шағир үҙенең көндәлектәрендә шундай юлдар яҙған:

Рауил Бикбаев
Рауил Бикбаев

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ

"Килмәйәсәк ул буш ваҡыттар..."

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тыуған көнө. Шағир үҙенең көндәлектәрендә шундай юлдар яҙған:
"Яҙыусы эше — бөтә торған эш түгел. Ул йәки илһам шишмәңдең ҡороуы, аҡыл-зиһендең сафтан сығыуы арҡаһында йәки үлем килгәс кенә туҡтарға мөмкин. Бына эш кәмер ҙә башҡасараҡ йәшәрем тип үҙемде нисәмә йылдар йыуатам. Хәҙер инде шуны аңларға кәрәк: килмәйәсәк ул буш ваҡыттар. Һәр хәлдә, көтөү минең өсөн файҙаһыҙ. Башҡалар өсөн әйтә алмайым. Бәғзеләрҙең эш ваҡытына ҡарағанда буш ваҡыты күберәк. Хәҙистәрҙә буш ваҡыт иң ҙур хазина тиелгән. Хеҙмәттә, эштә янып йәшәгән кеше өсөн ысынлап та шулай. Әммә ғүмерен бушҡа үткәргән кеше, тимәк, үҙе лә буш кеше, йәшәүе зая, тормошо һис бер файҙалы йөкмәтке менән тулмаған. Үлһәм генә бөтөр минең илһам.
Илһам тигәндән, мин бында шиғыр яҙыуҙы ғына әйтмәйем, илһам — ижад, илһам — тотош әҙәбиәт. Улар иһә мин үлгәнсе минең менән булыр, тим. Аллаһ бирһә..." (7 декабрь 2006 йыл).
Уның менән Яҙыусылар союзында эшләгәндә көндәлек режимын блокнотына яҙып килеп, шуның буйынса эш итеүен күреп һоҡланғайным. Унда һәр көнө иртән торғандан кис ятҡансы сәғәте-минуты менән план рәүешендә яҙылып, ваҡыт-ваҡыты менән блокнотына күҙ һалып, эш режимынан сыҡмаҫҡа тырыша ине. Мине тағы ла ғәжәп иткәне осраҡлы килеп тыуған ваҡиғаларҙың эш режимын боҙоуына юл ҡуймауы булды.
Баҡыйлыҡҡа күсеренән ай самаһы элек миңә шылтыратып "Ҡыҙыл таң"ға шәрҡиәт белгесе, ғалим олатайым Рауил Үтәбай-Кәрими (инәйем Маһинур Үтәбаеваның тормош иптәше) хаҡында мәҡәлә яҙыуын әйтте. Олатайҙың китабын да һораны. Ҡыҙҙары Зөһрә туғанымдан алып ул китапты ебәрҙем Рауил ағайға.
"Килмәйәсәк ул буш ваҡыттар" тиеүе менән үтә лә хаҡлы Рауил Төхфәт улы. Ғүмер үткән һайын ваҡыт үтә лә тығыҙлана бара икән. Шағир әйтмешләй, баҡыйлыҡ ҡапҡаһына еткәнсе...

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 562-се күҙәтеү.

Рауил Бикбаев
Рауил Бикбаев
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: