Наилә ХӘМБӘЛИЕВА
ТЕЛЕҢДӘН ҺӨЙӨН
Телеңдән һөйөн, замандаш,
телеңдән һөйөн,
Илаһи Йырға әйләндер
илеңдең Көйөн.
Һүҙҙәреңдән бал тамыҙһын
гөлө Ереңдең,
Һөйгән һайын һөйөндөрһөн
теле йәреңдең.
Һүҙе һайын һөйөндөрһөн
нисә балаң бар -
Һөйөлөп үҫкән балала
үҫә далан да.
Телеңдән һөйөн, замандаш,
Илеңдән һөйөн,
Йыһандар һәр көн ишетһен
һөйөнөү көйөн.
Наилә Хәмбәлиева