Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
Бойондороҡһоҙлоҡ. Ниндәй ҙур һүҙ!
Ниндәй кәттә, ниндәй ғәййәр һүҙ!
Бөтә мәғәнәләр һыйған уға,
Сәпкә генә барып тейер һүҙ.
Бойондороҡһоҙлоҡ. Йыр һымаҡ ул,
Үҙе шундай матур яңғырай!
Думбыралай алғыш әйтә лә ул,
Моңландыра гүйә мең ҡурай.
Бойондороҡһоҙлоҡ! Көслө иман,
Рух ныҡлығы — ғилем ҡөҙрәте.
Ер-һыуыбыҙ наҙы, әсә һөтө,
Арҙаҡлы ир булыр шөһрәте.
Бойондороҡһоҙлоҡ!
Һин үлмәнең,
Ҡаныбыҙҙа ҡабат ҡалҡындың.
Ихтилалдар аша яулап алған
Бөйөк амнаты халҡымдың!