МӘҢГЕЛӘШТЕРЕҮ
Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренең “Беҙҙе мәңгеләштерәләр” тигән өлөшөндә фоторәссам шулайыраҡ һөйләнә: “Бына хәҙер үҙегеҙҙең данығыҙға был яҡтарҙың матурлығын ҡушып бөтә илгә таратабыҙ. Ҡайҙа ҡарама – хозурлыҡ! Мәңгеләштереүҙе үҙе һорап тора. Төҫлө фотоны уйлап тапҡан кеше бөйөк кеше булған. Төҫлө фото гүзәллекте һемереп кенә ала бит ул!”
Мин дә, тыуған яҡтарыма ҡайтһам, ошо фоторәссам шикелле телефонымды тыуған ерҙәремә тоҫҡай һалам. Беҙҙең яҡтар ҙа “мәңгеләштереүҙе” һорап ҡына тора бит ул! Рәхәт инде: “шылт” – мәңгеләштерәһең дә ҡуяһың. Ләкин киләсәк быуынға тәбиғәт гүзәллеге фотоһүрәттән генә ҡарап һоҡланырға ҡалмаһын ине!
Мәңгеләштереү тигәндән, ауылым ҡаршыһындағы Ҡыҙылъяр битләүендә Табын ырыуының яугирҙары иҫтәлегенә “Батырҙар рухы” һәйкәлен ҡуйҙылар. Авторы – Илдар Шәйәхмәтов. Ғөмүмән, Илдар Ғиндулла улының үткән юлдарынан эҙ булып һәйкәлдәр ҡалҡып ҡала. Әйткәндәй, һәйкәлдәге таҡтаташҡа минең дә шиғыр юлдарын теркәп ҡуйғандар. Тарихыбыҙға йән өрөүсе аҫыл уҙаманыбыҙға оло рәхмәттәр яуһын!
ӘБҮЗӘР.