Гөлназ ҠОТОЕВА
БАШҠОРТ ТЕЛЕ
Башҡорт телем минең, аҫылым,
Балҡып ҡына китер асылым,—
Башҡортсалап берәү өндәшһә,
Бер туғаны кеүек һөйләшә.
Башҡорт теле — тыуған илгенәм,
Иркәләп тә һөйөр елгенәм.
Әсәм ҡулдарының наҙы ул,
Күңелемдең шаулы яҙы ул.
Башҡорт телем минең — сабырлыҡ,
Инәйҙәрҙән ҡалған таһыллыҡ,
Башҡорт теле — минең тамырым,
Селләләрҙә көткән ямғырым.
Башҡорт теле — минең улғынам,
Киләсәккә илтер юлғынам.
Башҡорт теле — минең киләсәк,
Килер быуындарға бирәсәк.
Башҡорт телем минең, аҫылым,
Балҡып ҡына китер асылым,—
Башҡортсалап берәү өндәшһә,
Йәнем ирей.
Телем, мең йәшә!