Салауат ӘБҮЗӘР
ЙОҘОРОҠЛАШЫУ
Күрешеүҙең яңы төрө –
Йоҙороҡҡа – йоҙороҡ.
Кешеләр ҙә ҡалмай бара
Ҡуш услап ҡул һуҙырлыҡ.
Һиңә ҡаршы килә берәү,
Йоҙороҡ – суҡмар һымаҡ.
Бәндә башында ни булмаҫ, –
Тотор ҙа туҡмар һымаҡ.
Был ғәҙәткә күңелдәр ҙә
Күнегә бара хәҙер:
Йоҙороҡ төйнәп килгәндәргә,
Һинең йоҙороҡ әҙер.
Уйламағыҙ, шаярта, тип,
Шөкөр, зиһенем айыҡ:
“Күрешеү” һүҙе иҫкерҙе,
Әйҙә, йоҙороҡлашайыҡ.