Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2021, 11:50

Тамара Ғәниева

Тамара ҒӘНИЕВА, Башҡортостандың халыҡ шағиры. ҒҮМЕР Билдән сумдым ғүмер эстәренә, Сәнсеү алды никтер күкрәгемде. Ҡара тирле булдым, Йәнтәслимгә Сыбарланы елдәр биттәремде.

Тамара Ғәниева
Тамара Ғәниева

Тамара ҒӘНИЕВА,

Башҡортостандың халыҡ шағиры.

 

ҒҮМЕР
Билдән сумдым ғүмер эстәренә,
Сәнсеү алды никтер күкрәгемде.
Ҡара тирле булдым,
Йәнтәслимгә
Сыбарланы елдәр биттәремде.

Ә донъяға күҙем ҡыҙа әле,
Күҙем ҡыҙа һары раузаларға.
Баҫалҡыраҡ хыял,
Нәфсе сабыр,
Емшән еҫе әйҙәй далаларға.

Таный әле мине миләүшәләр.
Йүгереп сығып быуа юлдарымды.
Сылтыр-сылтыр түгелә төн эсенә
Сайҡайһыңмы, ынйы, суҡтарыңды?

Өркөттөммө, өкө?
Ниндәй көлкө
Тапҡан булып былай шарҡылданың?
Бушатығыҙсәле күңелемдең
Өҙөлөрлөк булып тартылғанын.

Эйешеп үк килә,
Аҡыҡ көмбәҙ,
Түңкәрелһә башым өҫтәренә,
Йәш таң менән ҡауышыр сара тапмай,
һеңерменме ерҙең эстәренә.

Эй ыңғай ҙа еле,
Юл ырамлы...
Ғәйрәт табып шуны бор ине ул.
Малым да бит ҡалмай,
Йәрем – ятта...
Тик юл бороп берәй тыҡырыҡҡа
Оҙағыраҡ ерҙә тор ине ул...

Тамара Ғәниева
Тамара Ғәниева
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: