БАЛ ҠОРТО ҺӘМ СЕБЕН
Әгәр себендән: “Ер йөҙөндә сәскәләр бармы?” – тип һораһаң: “Белмәйем, ә бына тиҙәктең күплеген беләм”, – тип яуап бирәсәк.
Әгәр бал ҡортонан: “Һин тирә-яҡта тиҙәк өйөмөн күрҙеңме?” – тип һораһаң, ул: “Юҡ, бер ҡайҙа ла күрмәнем, ерҙә шул тиклем хуш еҫле сәскәләр күп”, – тип әйтәсәк.
Себен сәскәле болонда ла – тиҙәк, ә бал ҡорто һаҙлыҡта ла сәскә табасаҡ!..