Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2021, 15:30

"Ағиҙел" журналының 12-се һанына күҙәтеү

“Ағиҙел”дең ҡыш миҙгелен башлаған, йылды йомғаҡлаған яңы һаны ла ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле булмаҡсы. Башҡа һандарҙан айырмалы, ул әҙәби һәм публицистик жанрҙар төрлөлөгө менән иҫтә ҡалыр, моғайын.

"Ағиҙел" журналының 12-се һанына күҙәтеү
"Ағиҙел" журналының 12-се һанына күҙәтеү

Декабрь һаны шағирә Гөлназ Ҡотоеваның “Икебеҙгә яҙған ошо бәхет, рәхәт бәхет, көслө итә илһам ҡанатын” һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммастың “Барыһы ла мин тыуғанда кеүек, күктә – ҡояш, ерҙә – тереклек” тигән шиғри шәлкемдәре менән асыла.

Сәсмә әҫәрҙәр бүлегендә был юлы Миңзәлә Хәлилованың “Һуңлап килгән бүләк” повесы урын ала.

2020 йылда “Ағиҙел” журналы, хикәйә жанрын үҫтереү, йәнләндереү, баһаһын күтәреү, күп йылдар журналдың проза бүлеген етәкләгән Сабир Шәриповтың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында, “Сабир Шәрипов исемендәге хикәйәләр конкурсы”н иғлан иткәйне. Был юлы рубрикала Марат Әминевтың, Иҙрис Ноғмановтың, Зөфәр Толомғужиндың әҫәрҙәре донъя күрҙе.

Редакция шулай уҡ йыл башында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев исемендәге поэмалар конкурсын да башлап ебәргәйне. Ауыр лиро-эпик жанр булыуға ҡарамаҫтан, электрон почтабыҙға 30-ға яҡын эш килде. Декабрь һанында ошо әҫәрҙәр араһынан уҡыусыларға Нурия Ноғоманованың “Сылбыр сыңдары” һәм Фәнүзә Биктимерованың “Ил яҙмышы – ир иңендә” әҫәрҙәре тәҡдим ителә.

Йыл аҙағы – йомғаҡлауҙар һәм һығымталар мәле. 12-се һанда үрҙә әйтелгән конкурстарҙың еңеүселәре, “Ағиҙел” журналының быйылғы лауреаттары, 2022 йылға юбилярҙар исемлеге, йыллыҡ йөкмәтке менән дә таныша алаһығыҙ.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәйсә Абдуллина-Ҡазбулатова менән - “Йөрәгендә илһам тулы”, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов менән “Хәйбулла район ғына түгел, ул – йәшәү рәүеше, мөмкинлектәр даланы” тигән әңгәмәләре лә уҡыусыларыбыҙға ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булыр, тип ышанабыҙ.  

“Ике бүлмәле ыҡсым ғына фатир. Уның уртаһына ҡуйылған ҙур өҫтәлдә – һикһән йылға яҡынлыҡ тарих: һарғая башлаған боронғо фотоларҙан, ҡәҙерләп һаҡланған элекке китап-журналдарҙан алып бөгөнгө “Ағиҙел”, “Башҡортостан” һәм ялтырап торған заманса баҫмаларға тиклем. Эш, ижад менән үткән ғүмер, шул уттың осҡондарын һаман да һүндермәҫкә ынтылыу сағылышы был. Шулай ҙа был өҫтәлдән хәҙер күберәк һағыш һирпелгәндәй... Ә ихлас ҡыуанып ҡаршы алған, өлтөрәп йөрөп сәй ултыртҡан, йөҙөнән йылмайыу китмәгән, тауышы шағирәләрсә “йырлап торған” Әнисә апай Таһирова һаман да йәш сағындағылай һөйкөмлө, матур, етеҙ. Ҡарашы талапсан, һынамсыл да. Бына ул ҡулына фотолар һаҡланған ҡәҙерле альбомын алып, һаҡлыҡ менән генә аса башлай...” Дилбәр Ишморатованың күренекле шағирә Әнисә Таһирова менән әңгәмәһен һүрәтләгән “Аҡ ҡарҙағы миләш” материалы, һис шикһеҙ, уҡыусылар күңеленә хуш килер, моғайын.

“Ағиҙел” журналының был һанында тарихи-мәҙәни тормошобоҙҙағы Аҡмулла феноменын, шағирҙың исемен һәм даһи образын, уның ижади гәүһәрҙәренең үҙенсәлеген асыҡлаған һәм баһалаған материалдар ҙа урын ала.

Ә “Яҙмыштан уҙмыш юҡ” рубрикаһында билдәле дәүләт эшмәкәре Тәлғәт Сәғитовтың алдағы һандарҙа ла “Хәтер ипкендәре” исеме менән донъя күрә килгән хәтирәләре дауам итә.  

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, йәнә лә шуны хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, әле 2022 йылдың тәүге яртыһына “Ағиҙел” журналына подписка бара.

6-һынан 16 декабргә гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө лә иғлан ителде. Был акция ваҡытында «Ағиҙел»гә күпкә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалырға була, дуҫтар!

Баҫмабыҙға яҙылырға онотмағыҙ! Бергә булайыҡ!

Луиза Кирәева әҙерләне.

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: