Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Декабрь 2021, 09:43

Өфөлә етем балаларға фатир асҡыстары тапшырылды

Кисә, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Греков етем балаларға Затон биҫтәһендәге яңы бер бүлмәле фатир асҡыстарын тапшырҙы. Ун кеше яңы фатирлы булды.

Өфөлә етем балаларға фатир асҡыстары тапшырылды
Өфөлә етем балаларға фатир асҡыстары тапшырылды

«Бөгөн һеҙҙә мөһим, күптән көтөлгән ваҡиға. Һеҙ фатир алыу бәхетенә эйә булдығыҙ. Өйөгөҙ бәхет менән тулһын, ныҡлы, татыу ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүегеҙҙе теләйем», – тип ҡотланы уларҙы Сергей Греков.

Ҡаланың торлаҡ бүлеү һәм торлаҡ программалары идаралығы начальнигы Зилә Мөхәмәтова әйтеүенсә, дәүләт һәм республика ярҙамында етемдәргә йыл һайын өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу юлы менән бер бүлмәле фатирҙар һатып алына. Быйыл 142 фатир бирелде, шуларҙың 115-е – Затон биҫтәһендә. Йыл аҙағынаса йәнә 19 кеше торлаҡлы булырға тейеш. Киләһе йылда тағы 200 етем балаға фатир тапшырыу күҙаллана.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: