Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2021, 18:50

Зөфәр Вәлит

Зөфәр ВӘЛИТ СЕР Тәбиғәттең бөтмәҫ серен йыйған Һин — илемдең гүзәл бер йәне. Күңел ойоп ҡыйығына ҡунғас Төштәремә килеп кер, йәме!

Зөфәр Вәлит
Зөфәр Вәлит

Зөфәр ВӘЛИТ

СЕР
Тәбиғәттең бөтмәҫ серен йыйған
Һин — илемдең гүзәл бер йәне.
Күңел ойоп ҡыйығына ҡунғас
Төштәремә килеп кер, йәме!

Һин — йөҙ йылға тик бер сәскә атҡан
Абағаның серле бер тажы.
Шул сәскәне өҙә алмай ҡалған
Мин — донъяның ябай бер пажы.

Тынғы таба алмай, әйләнәм дә
Мин йыш киләм һинең яныңа.
Ҡараштарың, ҡыҙған ҡурғаш булып
Үкендереп тама йәнемә.

Зөфәр Вәлит
Зөфәр Вәлит
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: