“Ағиҙел” журналына күҙ нурҙарын, күңел йылыһын һалған күренекле яҙыусы Сабир Шәриповтың ҡәберенә өсәүләшеп – Мөнир Ҡунафин, Әхмәр Үтәбай һәм мин зыярат ҡылып ҡайттыҡ. Сабир ағай менән миңә лә журналда эшләргә тура килде. Уның кәңәштәре, ихлас көлөп ебәреүе, күҙҙәрен йомоп берәй хәл тураһында һөйләүе әле лә ҡолаҡ төбөндә, юҡ, күңел төбөндә яңғырап тора.
Сабир ағайҙың 70 йәшлек юбилей кисәһендә шаяртып уҡыған бер шиғыр иҫкә төштө бөгөн.
Һинең кеүек балыҡсы юҡ, –
Тиң түгелдер береһе.
Беҙгә гел сабаҡ эләгә,
Һиңә ҡаба эреһе.
Әҙәбиәт даръяһында
Күптәр шаҡ ҡатты, беләм.
Гөжләтеп бер үтеп киттең,
Һин “Зәңгәр катер” менән.
Утһыҙ ауылда тыуһаң да,
Күңелең тулы яҡты.
Әҙиптәргә тоғо менән
Өләшәһең һин “мат”ты.
Киләсәктә легендалар
Һөйләрҙәр ошо хаҡта.
Күптәрҙе һин атландырҙың
Ат урынына “мат”ҡа.
Теләк ни ул, бүләк түгел,
Сиге юҡ ул теләктең.
Ҡыҫҡаһы шул: ҡармағыңа
Елле бәхет эләкһен!