Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Ике һүҙҙән торған хикәйә
Юҡты һөйләмә, булмай ундай хикәйә, тағы ла теләһә нимә уйлап сығарып, башты ҡатыраһың, тип әйтерһегеҙ. Әлбиттә, күренекле яҙыусыбыҙ Рәшит Солтангәрәевтың ул хикәйәһе ике генә һүҙҙән тормай, һүҙҙәр һаны унда меңдәрсә. Әммә ул хикәйәнең исемен генә уҡыһаң да, тексын уҡып тормаһаң да була. Ни өсөнмө?
1.Сөнки бында һүҙ "Ҡиәмәтлек кейәү" тигән хикәйәһе хаҡында бара.
2.Сөнки кейәү ҡиәмәтлек булмай, кейәү кейәү була.
3.Сөнки ҡиәмәтлек кейәү тигән һүҙ һөйәр (любовник) тигәнде аңлата.
4.Сөнки Рәшит ағай оҫта хикәйәсе булараҡ, маһир стилист ине.
5.Сөнки хикәйәнең исемен уҡығандан уҡ барыһы ла аңлашыла.
Бөгөн "Йәшлек" гәзите ойошторған Мостай Кәрим исемендәге хикәйәләр конкурсына йомғаҡ яһағанда Рәшит ағайҙың ошо хикәйәһе иҫкә төштө. Әйткәндәй, 15 декабрҙә Рәшит ағайҙың тыуған көнө!
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 559-сы күҙәтеү.