Юнир САЛАУАТОВ
Күрҙеләр
Тамашасылар һәр әртисте яратып, ҙурлап баһалай, әммә улар аңлағанса түгел, эшебеҙҙә һәр беребеҙҙең урыны билдәләнгән. Йәғни, беребеҙ – түрҙә, икенсебеҙ – ишек төбөндә, берәүгә – майлыһы, икенсегә – һөйәге...
Ҡунаҡханала йәшәр өсөн филармония түләй. Популяр исеме менән филармония, администратор кеҫәһенә аҡса килтергән кәрәкле әртисте кунаҡханаларҙа люксҡа, ҡалғандарҙы бишәр-алтышар бер бүлмәгә тығалар. Мин “ҡалғандар” рәтендәге әртис.
Бер саҡ, театр әртистәре менән бер ҡунаҡханала йәшәргә тура килде. Беҙ бер көнгә алдан килгәс, мин тиҙ генә үҙ аҡсамды түләп, люкс бүлмәһен алдым. Театр әртистәренең береһенә лә люкстан урын бирелмәне. Йәшәнеләр шунда “туғандар ҡәберлегендә”. Минең люкста йәшәүем филармонияла ниндәй дәрәжәле, ихтирамлы әртис булыумды “һөйләп бирҙе”. Беләм, эстән генә үҙҙәре менән мине сағыштырҙылар... Йөрәктәре янды, әммә һиҙҙермәнеләр. Етмәһә, мин гел ресторанға инеп ашаным, ә улар, ашханала.
Бындай “спектакль” бик кәрәкме икән ни тигән һорау тыуа. Сәнғәт кешеләре араһындағы ҡағыҙға яҙылмаған “ярышта” һәр саҡ кәрәкле әртис булыуың бик мөһим ул. Улар араһында үҙеңде ғорур, ышаныслы тотаһың, меҫкен хәлгә ҡалмайһың, ихтирам менән ҡарайҙар, һинән көнләшәләр, әйткән һүҙҙәреңде һанға һуғалар. Ошо алымды йырсылар бик оҫта ҡуллана. Иномаркаларында йырлап барғандарын, дачаларында ашап-эсеп ултырғандарын видиоға төшөрөп, интернет селтәренә һалалар. Бындай хәл, әртистең ярлы ғәиләнән сығып, эшмәкәрлеге, тырышлығы арҡаһында башҡаларҙан уҙҙырып ебәреүен күрһәтә. ”Тормош – ул театр”, – тип юҡҡа әйтмәгәндәр инде. Ә спектакльдә һәр кемдең баш ролде башҡараһы килә.